Мөхәббәттән торһон һәр көнөгөҙ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Мөхәббәттән торһон һәр көнөгөҙ


Мөхәббәттән торһон һәр көнөгөҙ ,
Ҡайтып ҡалмаһын ул тик бер көнгә ,
Һөйөү - ергә ,һөйөү - милләтеңә ,
Туған телеңдәге һәр бер өнгә .
Мөхәббәттең тәүҙә - атаң- әсәң ,
Ғүмер буйы йәндә йөрөтөргә.
Ҡартлыҡта ла һөйөп баҡҡан өсөн
Ожмах ҡапҡаһынан керетергә.
Хәләлеңде һөйә белеү - ниғмәт,
Ҡабул итә белеү бар булмышын ,
Сабыйҙарың , унан - ейәндәрең
Күҙҙәреңә бағыр ,наҙ тулышып
Яҡыныңды һөйөү ауыр тиҙәр ,
Тик был һөйөү - Аллаһ хаҡына бит ,
Һөйөү - һынау ,сабыр итә белеү -
Бәхет өсөн түләр хаҡ ҡына бит .
Ауырмы был ?
Хаҡы саҡ ҡына бит
Бәхет өсөн ...


2013